+12 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
10 Август 2022, 12:19

Кемдең эше иң яҡшыһы?

«Беҙҙең герой – Муса Гәрәев» тип аталған конкурсҡа йомғаҡ яһағандар. Уны ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы, Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы, Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана, Яҙыусылар союзы һәм Граждандар авиацияһы ветерандары ойошмаһының  төбәк бүлексәһе ойошторҙо.

Кемдең эше иң яҡшыһы?
Кемдең эше иң яҡшыһы?

Конкурста 7 – 17 йәшлек 105 уҡыусы ҡатнашҡан. Баһалама комиссияһы һәр номинация буйынса өсәр иң яҡшы эште һайлап алған. Дәртләндереү приздары ла бар. Шулай итеп, «Донъя осоусы күҙлегенән» тигән номинацияла Бөрйән районы Байназар ауылынан 10 йәшлек Әмир Мөхәмәтйәновтың “Тыуған яғым тәбиғәте бейектән» тигән эше I урынға лайыҡ булған.

«Герой портреты» номинацияһында еңеүсе – Иглин районы Охлебинин ауылынан 14 йәшлек Ангелина Миңлекәйева. «Быуындар бәйләнеше»ндә  ошо уҡ ауылдан 9 йәшлек Әмилә Мөхәмәтшинаның “Беҙ ­– осоусылар» тигән һүрәте иң шәбе тип табылған. 

Конкурста ҡатнашыусыларға сертификаттар ебәреләсәк. Ә еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы Өфөлә үтәсәк, был турала хәбәр итәсәктәр. 

Фото: https://www.bashinform.ru.

 

 

Кемдең эше иң яҡшыһы?
Кемдең эше иң яҡшыһы?
Кемдең эше иң яҡшыһы?
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: