

Конкурстың тәүге турына 800 тирәһе эш ҡабул ителгән. Ойоштороусылар шуларҙың положение талаптарына тура килгән 250-һен һайлап алып, баһалама комиссияһына тапшырған. Һөҙөмтәлә балалар һәм өлкәндәр араһынан 15-әр видео һайлап алынған.
26 августан 26 сентябргә тиклем Башҡортостан юлдаш телевидениеһында «Минең Рәми – 90» конкурсының икенсе этабы барасаҡ. Һәр бәйгесе менән таныштырасаҡтар һәм 26 августан тауыш биреү башланасаҡ. Иң күп тауыш йыйған 9 бала һәм 9 өлкән кеше финалда ҡатнашасаҡ. Әйткәндәй, был шиғриәт конкурсы Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Республика Башлығы грантына үткәрелә.
Финал 14 декабрь Башҡорт теле көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтәсәк.
Фото: yandex.ru.