+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
3 Сентябрь 2022, 07:34

Ырымбурҙар йыр конкурсы иғлан итә

Башҡортостан Халыҡтар Дуҫлығы йортоноң Ырымбур өлкәһендәге башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге "Йәшәй әле башҡорт моңдары" тигән төбәк-ара башҡорт йыры онлайн конкурсы иғлан итә. Яңғыҙ һәм коллектив менән башҡарыусылар ҡатнаша ала, йәш сикләүе юҡ.

Ырымбурҙар йыр конкурсы иғлан итәЫрымбурҙар йыр конкурсы иғлан итә
Ырымбурҙар йыр конкурсы иғлан итә

Бәйгенең маҡсаты халыҡсан башҡарыу традицияларын үҫтереү, башҡорт эстрада һәм халыҡ йырҙарын, мәҙәниәтен пропагандалау. Конкурсҡа видеолар 2022 йылдың 20 октябренә тиклем orenburg.bikc@mail.ru электрон адресы буйынса ҡабул ителә. Яҙма янына "Йәшәй әле башҡорт йырҙары" тигән яҙыу ҡуйырға кәрәк. Хатта башҡарыусының йәки коллективтың исемен, йырҙың исемен, бәйләнеш өсөн телефон һандарын күрһәтеү мотлаҡ. 

Еңеүселәр солистар, коллективтар, дуэт, трио, квартеттар араһында билдәләнәсәк. Шулай уҡ 18 йәшкә тиклемге һәм 18 йәштән өлкән йырсылар айырым баһаланасаҡ. Конкурсҡа килгән видеояҙмалар Ырымбур башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәгенең социаль селтәрҙәге  төркөмдәренә ҡуйыласаҡ. 

Фото: kulturarb.ru.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас