+16 °С
Ямғыр
VKOKTelegram
Бәйгеләр
5 Сентябрь 2022, 04:35

Йәш журналист — еңеүсе!

Яңыраҡ Мәскәүҙә I Балалар мәҙәни форумы үтте. Унда барлығы 1 мең 500-ҙән ашыу уҡыусы ҡатнашты. Cара барышында Рәсәй Федерацияһы­ның мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән осрашыу ҙа булды.

Йәш журналист — еңеүсе!Йәш журналист — еңеүсе!
Йәш журналист — еңеүсе!

Башҡортостандан һигеҙ һәләтле уҡыусы ҡатнашты. Бына улар: Башҡорт­остан Башлығы стипендиаты, йыр һәм фортепьяно буйынса халыҡ-ара конкурс­тар лауреаты Ника Мартюченко, хореография буйынса «Йәш таланттар» конкурсы лауреаты Милена Кулик, шулай уҡ һынлы сәнғәт буйынса халыҡ-ара конкурс лауреаты Сәлимә Хәмитова, балалар театр коллективтарының «Алтын асҡыс» асыҡ Берлин халыҡ-ара бәйгеһе лауреаты Алан Шамёнов, Баш­ҡорт­остан Республикаһының Милли музейы ойошторған конкурс­тарҙа ҡатнашыусы Илана Садиҡова, «Тау-тау хәбәр»ҙе алып барыусы Фатима Сынбулатова, Рәми Ғарипов ижады буйынса «Аҙым» интернет конкурсы проекты авторы Зарина Юнысова, «Телешко» телевидение мәктәбенән Арсений Ғәйнуллин.
Беренсе көн һөҙөмтәләре буйынса Өфөнән Арсений Ғәйнуллиндың проекты еңеүсе булды. Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министры Ольга Любимова менән «Мәҙәни тәҡдим» тигән асыҡ һөйләшеүҙә уның эше юғары баһалан­ған. 14 йәшлек Арсений төбәгебеҙҙең тарихи, ҡыҙыҡлы, иҫтәлекле урындары тураһында ҡыҫҡа ғына видеолар циклы төшөрөп, Волга буйында йәшәгән тиҫтерҙәренә тәҡдим итергә теләй. Йәш журналист, проекты тарихыбыҙға, тамырҙарыбыҙға ҡарата тиҫтерҙәренең иғтибарын йәлеп итер, тип ышана.
Арсений Ғәйнуллинды Мәҙәниәт министры Ольга Любимова ҡотланы. Еңеүсенең проекты Рәсәй Федерацияһы мәҙәниәт министрлығынан финансланасаҡ.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Йәш журналист — еңеүсе!
Йәш журналист — еңеүсе!
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас