+29 °С
Ясно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
12 Сентября 2022, 09:57

Алмаз - тағы ла еңеүсе!

Ҡазан ҡалаһында "XXI быуат лидеры" конкурсы, йәғни “Ҙур тәнәфес” Бөтә Рәсәй конкурсының ярымфиналы үтте. Унда 14 – 17 йәшлек 500-ҙән ашыу һәләтле уҡыусы ҡатнашты.

Алмаз - тағы ла еңеүсе!Алмаз - тағы ла еңеүсе!
Алмаз - тағы ла еңеүсе!

20 еңеүсе асыҡланып, һәр береһенә 50 мең һум күләмендә аҡсалата бүләк тапшырылды. Улар шулай уҡ  “Больше, чем путешествие" проекты буйынса Рәсәйҙең теләгән төбәгенә сәйәхәткә сығыу мөмкинлегенә эйә булды.

Еңеүселәр араһында Башҡортостандың Октябрьский ҡалаһынан 3-сө гимназияның X синыф уҡыусыһы Алмаз Ғилфанов та бар. Ул – “Асыҡ йөрәк” отряды ирекмәне. Әйткәндәй, Алмаз “Ҙур тәнәфес – 2021" Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүсеһе лә. 200 мең һум премияға лайыҡ булған. Ирекмәнлек, экология буйынса конкурстарҙа ла әүҙем ҡатнаша. Ҡотлайбыҙ!

Фото: vk.com. 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас