+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
13 Сентябрь 2022, 17:57

Күсмә кубок - Күмертау ҡалаһында

13 сентябрҙә Шишмә районындағы "Авангард" хәрби-патриотик тәрбиә биреү үҙәгендә  "Йәйге шайморатов уйындары" үтте. Унда һайлап алыу турын уңышлы үткән 40 "шайморатовсылар" командаһы ярышты. Билдәле булыуынса, яңы уҡыу йылына республикала 79 "шайморатовсылар" синыфы асылғайны.

Күсмә кубок - Күмертау ҡалаһындаКүсмә кубок - Күмертау ҡалаһында
Күсмә кубок - Күмертау ҡалаһында

Икенсе турҙа командаларға ҡаршылыҡтар һыҙатын үтергә кәрәк ине. Күмертау ҡалаһындағы 10-сы мәктәптең шайморатовсылары абсолют еңеүсе исемен яуланы. Улар VI синыфта ғына уҡый әле, шулай булыуға ҡарамаҫтан, Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов исемендәге кубокты алыуға өлгәштеләр. 

Ярышта иң яҡшы 20 команда ла асыҡланды. Улар - Өфө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Межгорье ҡалаларынан, Архангел, Белорет, Благовар, Йылайыр, Илеш, Ҡалтасы, Кушнаренко, Стәрлебаш, Тәтешле, Нуриман, Өфө райондарынан. Алдан вәғәҙә ителгәнсә, был командалар Республика көнөндә Өфөгә саҡғырыласаҡ. Еңеүселәр Шайморатов генералға һәйкәл асыу тантанаһында ҡатнашасаҡ, шунда уларҙы "шайморатовсылар" сафына аласаҡтар.

Фотолар "Бәйләнештә" селтәренән алынды.

Күсмә кубок - Күмертау ҡалаһында
Күсмә кубок - Күмертау ҡалаһында
Күсмә кубок - Күмертау ҡалаһында
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас