

Һамар, Ырымбур өлкәләре, Пермь, Ставрополь крайҙары, Татарстан һәм Башҡортостан республикалары командалары үҙ-ара көс һынашты. Эйе, финал еңелдән булманы. Үҙеңде күрһәтеү өсөн күп белем һәм көс талап иткәнен яҡшы аңлап, ныҡлап әҙерләнеп барҙы командалар. Алдан уҡ уҡыусыларҙы мәктәптә, унан инде финалға әҙерләүсе БДАУ уҡытыусыларына ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә.
Башҡортостан командаһы етәкселәре булып Башҡорт дәүләт аграр университенан 3 уҡытыусы бидәләнде. Әйткәндәй, уҙған йылда ла улар уҡыусылар менән финалға Әлмәт ҡалаһына барғайны.
Доцент, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты Заһир Зәбир улы Рәхмәтуллинға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттем. «АгроКоптерҙар» командаһын финалға әҙерләүсе лә ине ул.
– Ҡазандан бай тәьҫораттар алып, ныҡ ҡыуанып ҡайттыҡ, – тине Заһир Зәбир улы. – Бөтә эш юғары кимәлдә ойошторолғайны, конкурсты асып, Татарстан Республикаһы Президенты Рөстәм Миңлеханов уңыштар теләне.
Ике көн бик мауыҡтырғыс үтте. Шулай уҡ Татарстандың тарихы менән бәйле урындарға экскурсия ойошторҙолар. Һөнәр һайлау йүнәлешендә балалар күп мәғлүмәт алды. Беҙҙе яңыса төҙөлгән һәм йыһазландырылған студенттар ҡаласығына урынлаштырҙылар. Балалар студент тормошо менән йәшәп ҡараны. Кемдәрҙер уҙған йылда танышҡан дуҫтары менән күрешеп, һөйләшеп туйманы, икенселәре яңыларын тапты. Еңеүселәргә иҫтәлекле, ҡиммәтле бүләктәр, дипломдар әҙерләгәйнеләр.
Ҡатнашыусылар ауыл хужалығындағы яңы йүнәлештәр, һанлы технологиялар менән танышты, заманса приборҙар менән эшләп ҡараны. Киләсәктә ауыл хужалығы менән бәйле һөнәр һайларға уйлағандар өсөн бик күп мөмкинлектәр бар икәнен ошо конкурс дәлилләне, тиһәм дә яңылыш булмаҫ.
Балалар шул тиклем ҡәнәғәт, күҙҙәренән осҡондар сәселеп тора. Икенсе йыл рәттән финалға сығыусы Илеш ҡыҙы Лиана Насретдинованың шатлығы эсенә һыймай ине. Уңышлы сығыш яһанылар бит.
– Был конкурста өсөнсө йыл ҡатнашам һәм ул миңә бик оҡшай. Ярыш еңел булды, тип әйтмәҫ инем. Ауыл хужалығына һауа торошоноң нисек тәьҫир итеүе тураһында һөйләр өсөн күп уҡырға, күп белергә, шулай уҡ ул белемде дөрөҫ ҡулланып, тиҙ генә компьютерҙа эшләү ҙә кәрәк. Уҙған йылда танышҡан дуҫтарым менән осраштым. Ҡазан ҡалаһы бик оҡшаны. Ойоштороусыларға, беҙҙең менән бергә барған кураторҙарыбыҙға ҙур рәхмәт әйтәм, – тине Лиана.
Ике көн барған конкурс һиҙелмәй ҙә үтеп китте. Иң тулҡынландырған мәл етте. Бына еңеүселәр менән таныштырыу өсөн жюри ағзалары сәхнәгә сыҡты. Ысынмы был? Ысын! Беҙҙең «АгроРоботтар» – I, «АгроБио» – I, «АгроКоптерҙар» – II, «АгроМетео» – III урында! Зал геүләп торҙо. Афариндар! Бер ҙә һынатманығыҙ, беҙ һеҙҙең менән ғорурланабыҙ!
Ойоштороусыларға, Башҡортостан командаһын оҙатып йөрөгән кураторҙарға – «АгроРоботтар» командаһын әҙерләгән техник фәндәр кандидаты Сергей Борисович Шамукаевҡа, «АгроМетео» етәксеһе Руслан Радик улы Зөбәйеровҡа, Заһир Зәбир улы Рәхмәтуллинға ҙур рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Киләһе йылда ла уңыштар теләйбеҙ.
Әйткәндәй, былтыр ошо конкурста ҡатнашҡан бик зирәк Белорет егете Богдан Симонов – әле БДАУ студенты. Эйе, хәҙер балалар өсөн бөтә юлдар ҙа асыҡ. Уҡығыҙ, тырышығыҙ, һынатмағыҙ! Һеҙ – илебеҙ киләсәге!
Лариса СӘХИБГӘРӘЕВА.