+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
8 Октябрь 2022, 07:12

"Тамыр" медиаконкурс иғлан итте

"Тамыр" телеканалы 8 - 15 йәшлек балалар араһында "Атайсал.Беҙҙекеләр.Знай наших" тигән медиа-конкурс иғлан итте. Ул республикабыҙҙа 2021 йылдан тормошҡа ашырылған "Атайсал" проекты менән бәйле.

"Тамыр" медиаконкурс иғлан итте"Тамыр" медиаконкурс иғлан итте
"Тамыр" медиаконкурс иғлан итте

Уҡыусылар ошо проект буйынса тыуған яҡтарына - кесе ватандарына ярҙам иткән өлкәндәр тураһында шәп контент эшләргә тейеш. 

Беренсе асыҡ медиа-конкурстың номинациялары:

- интервью

-видеосюжет

-социаль ролик

-фоторепортаж

Ижади коллектив менән дә, яңғыҙ ҙа башҡарырға мөмкин.

Эштәрҙе 12 ноябргә тиклем ataisal2022@gmail.com  адресына ебәрергә кәрәк. Еңеүселәргә шәп бүләктәр тапшырасаҡтар.

Конкурс Республика Башлығы грантына ойошторола.

Тулыраҡ мәғлүмәт - https://vk.com/wall-48589305_8130.   

Фото асыҡ сығанаҡтан.

 

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас