+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
9 Октября 2022, 11:30

Баймаҡта – “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ, бөйөк әҙибә Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы иғлан иткән ине. Сентябрь айында Беренсе Этҡол, Һаҡмар, Ҡаратал, Ишмөхәмәт ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында төбәк бәйгеләре үтте. Ҡаланан һәм 40-лаған ауылдан ҡатнашыусы, йәмғеһе 50-гә яҡын ҡыҙ саялыҡта, матурлыҡта, зирәклектә, сәхнә оҫталығында һынау тотҡан.

Баймаҡта – “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсыБаймаҡта – “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы
Баймаҡта – “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы конкурстың бик оҡшауын, башҡорт һылыуҙарының сығыштарын һөйөнөп тамаша ҡылыуын билдәләгән һәм уның ойоштороусыларына рәхмәтен белдергән.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Зилә Вәкил ҡыҙы тәүге “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсына халыҡ яҙыусыһының үҙе тамаша ҡылыуына, конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар уның менән аралаша алыуына һөйөнөсөн белдергән һәм ҡыҙҙарҙы бәйгегә әҙерләгән китапханасыларға, уҡытыусыларына, яҡындарына рәхмәт әйткән.

 – “Тәңкәле ҡыҙ”ҙа ҡатнашыусы ҡыҙҙар милли аңлы, рухлы, үткер, сая, аҡыллы, белемле булыуҙары, яҡташ яҙыусы Таңсулпан Ғарипованың ижадын яҡшы белеүҙәре менән тамашасыларҙы арбаны. Киләһе йылдарҙа ла “Тәңкәле ҡыҙ” конкурстары ойошторолоп, унда ошондай уҡ рухлы, илһөйәр, телһөйәр, нәзәкәтле башҡорт һылыуҙары ҡатнашыр әле,  – ти Гүзәл Сәлихова.

Сығанаҡ һәм фото: hakmar.ru

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас