

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Мәғариф идаралығы, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, «Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы)» йәмәғәт берекмәләренең халыҡ-ара союзы, Мостай Кәрим исемендәге Фонд, Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһы.
Эштәр 2022 йылдың 10-нан алып 20 октябргә тиклем ҡабул ителә.
20 октябрь V – VIII синыфтар өсөн интернет-викторина була.
Ситтә ҡалмағыҙ! Барығыҙға ла ижади ҡомар һәм уңыштар теләйбеҙ! Конкурс тураһында тулыраҡ мәғлүмәт – положениела.
Тулыһынса ошо һылтанма аша ҡарағыҙ: https://vk.com/feed?w=wall-182687918_18944
Сығанаҡ һәм фото: vk.com