+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
13 Октября 2022, 08:25

«Тәңкәле ҡыҙ» — Нәркәс Ишмырҙина!

Алтын көҙҙөң матур бер көнөндә ҡалабыҙҙың 1-се мәктәбендә Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипованың 75 йәшлек юбилейына арналған “Тәңкәле ҡыҙ” конкурсына йомғаҡлау сараһы ойошторҙо.

«Тәңкәле ҡыҙ» — Нәркәс Ишмырҙина!«Тәңкәле ҡыҙ» — Нәркәс Ишмырҙина!
«Тәңкәле ҡыҙ» — Нәркәс Ишмырҙина!

Тәүге тур Беренсе Этҡол, Һаҡмар, Ҡаратал, Ишмөхәмәт ауылдарында һәм Баймаҡ ҡалаһында уҙғайны. Баймаҡтан һәм 40-лаған ауылдан, бөтәһе 50-гә яҡын ҡыҙ саялыҡта, матурлыҡта, зирәклектә, сәхнә оҫталығында һынау тотоп, бары тик 10 һылыуға ғына район этабына үтеү бәхете тейҙе.

Бәйгелә мәртәбәле, абруйлы, хөрмәтле юбилярыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова үҙе ҡатнашты.Шулай уҡ, яҙыусының ижадташ дуҫтары “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире, шағир, яҙыусы Мөнир Ҡунафин, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле шағир, яҙыусы яҡташыбыҙ Әхмәр Үтәбай, драматург, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты Әминә Яхина булды.

Береһенән-береһе матур, үткер, дәртле 10 башҡорт һылыуы “Тәңкәле ҡыҙ” исеменә көс алышты. Ҡыҙҙар башҡорт әҙәбиәте, фольклоры, мәҙәниәте, Таңсулпан Ғарипованың ижады буйынса үҙҙәренең белемдәрен күрһәтте, хатта ҡыҙыҡлы итеп яҙыусының әҫәрҙәренән сағыу өҙөктәр сәхнәләштерҙе. Матурлыҡ байрамының иң матур өлөштәренең береһе дефиле булды. Конкурстанттар стилләштерелгән милли биҙәкле, үҙенсәлекле, күҙ яуын алырлыҡ кейемдәрҙә сығыш яһаны.

Шулай уҡ, “Сулпылар” бейеү студияһының ҡыҙҙары бейеүҙәре менән шатландырһа, Балалар ижады үҙәгенең “Серле йондоҙҙар”, “Шатлыҡ” фольклор берекмәләренең сығыштары сарабыҙға тағы ла йәм өҫтәне.

Шулай итеп, Гран-приға бер тауыштан Иҫке Сибай һылыуы Нәркәс Ишмырҙина лайыҡ булды. Төп еңеүсегә диплом һәм 5 мең һум аҡсалата премия, тәңкәле биҙәүес тапшырылды. Беренсе урынға - Икенсе Этҡол ауылынан Линара Ғибатова, икенсе урынға Мерәҫ ауылынан Ильвина Ғазина лайыҡ булды, өсөнсөгә Йәрмөхәмәттән Әлиә Йәрмөхәмәтова сыҡты. Әҡлимә Әбүбәкирова (Йәнйегет) – “Тамашасы һөйөүе”, Юлиә Ҡотлоғужина (Баймаҡ) – “Әҙәбиәткә һөйөү”, Нәзилә Мәхмүтова (Сыңғыҙ) – “Сәхнә оҫтаһы”, Айгүзәл Баймөхәмәтова (Күсей) – “Баймаҡ гүзәле”, Айгүзәл Хәсәнова (Ниғәмәт) – “Рухлы һылыуҡай”, Сулпан Шаһыбалова (Билал) – “Йәшлек гүзәле” номинацияларында еңеү яуланы. Ҡыҙҙарға дипломдар һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. “Ағиҙел” журналының махсус призына Ильвина Ғазина лайыҡ булды. “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсында ҡатнашыусы һәр ҡыҙға Таңсулпан Ғарипова “Салауат вариҫтары” исемле йәш ижадсыларҙың ижад емештәренән торған китаптар тупланмаһы бүләк итте.

Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы конкурстың бик оҡшауын, конкурсанттарҙың көслө булыуын, башҡорт һылыуҙарының сығышын һөйөнөп тыңлауын, әҫәрҙәре буйынса сәхнәләштереүҙәрен бирелеп ҡарауын һәм балалар китапханасылары Г.Т. Зәйнуллина һәм Г.Ә Сабирова. юғары кимәлдә алып барыуын билдәләне һәм ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе. Саҡырылған ҡунаҡтар ҙа бәйгенең һоҡланғыс тәьҫораттар ҡалдырыуын, башҡорт ҡыҙҙарының сығыштары менән ғорурланыуын йәшермәнеләр:

-Бындай йәштәребеҙ булғанда – киләсәгебеҙ өмөтлө, – тине улар.

Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры З.В Мортазина ла үҙ фекерен еткерҙе:

-Тәүге “Тәңкәле ҡыҙ” район конкурсына халыҡ яҙыусыһының үҙе тамаша ҡылып, конкурста ҡатнашыусы ҡыҙҙар менән аралаша алыуына һөйөнөп ултырҙым. Ҡыҙҙарҙы бәйгегә әҙерләгән китапханасыларға, уҡытыусыларға, яҡындарына рәхмәтемде белдерәм һәм киләсәктә уңыштар теләйем!

“Тәңкәле ҡыҙ” конкурсы киләсәктә лә милләтебеҙҙең үҙ аңын юғары кимәлгә күтәреүгә тос өлөш индергән милли аңлы, рухлы, үткер, сая, ижади, уҡымышлы башҡорт ҡыҙҙарын тәрбиәләүгә йүнәлтелгән бер сараһы булып ҡалыр тигән ышаныста ҡалабыҙ.

Йәнгүзәл ЗӘЙНУЛЛИНА, йәш хәбәрсе.

Баймаҡ ҡалаһы.

Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас