+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
19 Октябрь 2022, 16:32

16 йәштән ҡатнашырға мөмкин

Күренекле, талантлы композитор Рим Хәсәновтың йырҙарын барыбыҙ ҙа яратабыҙ. 18 ноябрҙә Благоварҙа уның әҫәрҙәрен башҡарыусылар араһында «Уяныр сәскәләр» тип аталған республика асыҡ конкурсы уҙасаҡ.

Профессиональ һәм һәүәҫкәр йырсылар, йыр ансамблдәре саҡырыла. 16 йәштән  ҡатнашырға мөмкин. Рим Хәсәновтың ике төрлө йырын әҙерләргә.

Ғаризалар blag_rdk@mail.rulena.v@inbox.runatalia_konda@mail.ru электрон адрестары буйынса 12 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Һорауҙар булһа, +7 347 472-25-17  телефоны буйынса Елене Вологжинаға мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Фото:yandex.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас