+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
19 Октября 2022, 15:23

Йәш аграрийҙар еңеүсе булды

Онлайн форматта үткән "Юннат" Бөтә Рәсәй конкурсы финалында республикабыҙҙан 8 уҡыусы ҡатнашҡайны.

Өфө районы Ҡыҙылъяр мәктәбенән Сабрина Әхмәтйәнова - «Үҫемлекселектә инновацион технологиялар» номинацияһында, Республика балалар белем биреү технопаркынан Арыҫлан Зарипов “Аҡыллы ауыл хужалығы һәм фермерлыҡ” номинацияһында I урын алды.Арыҫлан проект етәксеһе Радомир Абдуллин менән иген йыйыу комбайны моделен төҙөгән.

Дүртөйлөләге 4-се мәктәптән Камилла Рәхимова шәхси һәм фермерлыҡ хужалығы тураһында яҙған эше менән - III урында. Белореттан йәш натуралистар станцияһы тәрбиәләнеүсеһе Никита Визгалов дарыу үләндәре тураһындағы эше менән дипломант булды.

Фото: vk.com.

Йәш аграрийҙар еңеүсе булды
Йәш аграрийҙар еңеүсе булды
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас