

Быйыл унда 26 район һәм 10 ҡаланан 117 кеше ҡатнашҡан. 58 конкурсант финалға сыҡҡан. Мостай кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актёры Илнур Лоҡманов етәкселегендәге баһалама комиссияһы еңеүселәрҙе билдәләгән. Йәш һүҙ оҫталары башҡорт һәм урыҫ телдәрендә сығыш яһаған.
Конкурста ҡатнашыусылар өсөн танылған яҙыусы Гөлнур Яҡупова һәм шағир Ринат Хару "Нисек китап сығарырға?" тигән темаға оҫталыҡ дәресе лә үткәргән.
"Тере һүҙ" конкурсы тәүге тапҡыр 2018 йылда үткәрелгәйне. Шунан бирле унда 700 тирәһе кеше ҡатнашҡан. Был һүҙ оҫтылығы бәйгеһендә 16 йәштән үҙеңде һынап ҡарарға мөмкин.
Еңеүселәр исемлеге ошонда: https://vk.com/@krylo_dushi_ufa-spisok-finalistov-zhivoe-slovo-2022
Фото асыҡ сығанаҡтан.