+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
31 Октябрь 2022, 15:30

Мостай ижадын өйрәнеүселәр бүләкләнде

Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында "Мостай уҡыуҙары" төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсының еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Быйыл бәйге 13-сө тапҡыр ойошторолдо.

Мостай ижадын өйрәнеүселәр бүләкләндеМостай ижадын өйрәнеүселәр бүләкләнде
Мостай ижадын өйрәнеүселәр бүләкләнде

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ижадына арналған бәйге 10 октябрҙә башланып, 24-енә тиклем дауам итте. Унда уҡыусылар, уҡытыусылар, студенттар - барлығы 7 меңдән ашыу әҙәбиәт һөйөүсе ҡатнашты. "Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн..." номинацияһы буйынса - ижади эштәр, "Беҙҙең өйҙөң йәме" тигәненә сәйәхәт маршруттары проекттары ҡабул ителде. "Мостай эҙҙәре уйлап...", "Әҙәби маршрут" кеүек республикаға килгән ҡунаҡтарға күрһәтерлек матур проекттар яҙған конкурсанттар. 

Иншалар конкурсына ебәрелгән эштәр, әлбиттә, илһөйәрлек, батырлыҡ темаларына арналған ине. Еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар республиканың Салауат, Әлшәй, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Ғафури, Бөрйән, Мәләүез, Ейәнсура, Йылайыр, Асҡын, Мәсетле, Белорет, Хәйбулла, Бүздәк, Шаран, Ҡырмыҫҡалы яҡтарынан һәм Өфө ҡалаһынан. 

Бүләкләү тантанаһы концерт номерҙары менән үрелеп барҙы, гимназия уҡыусылары Мостай Кәримдең шиғырҙарын һөйләне.

Шулай уҡ "Туған тел донъяһы" сайтында Мостай Кәримдең тормош юлына һәм ижадына арналған "Йылдар эҙенән" тигән интернет-викторина ла үткәрелгәйне. Унда V-VIII синыф уҡыусылары ҡатнашты. Һөҙөмтәләрен http://bash-mir.ru/  сайтында күрергә мөмкин.

"Мостай уҡыуҙары" конкурсы тураһында гәзитебеҙҙә тулыраҡ уҡырһығыҙ.

Автор һәм Юлай Кәримов фотолары.

 

Мостай ижадын өйрәнеүселәр бүләкләнде
Мостай ижадын өйрәнеүселәр бүләкләнде
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас