+17 °С
Ямғыр
VKOKTelegram
Бәйгеләр
31 Октябрь 2022, 07:30

"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәре

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында "Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәрен ҡотланылар. Республиканың төрлө белем усағынан 30-ҙан ашыу уҡыусы һәм фольклор коллективтары саҡырылғайны.  

"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәре"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәре
"Урал батыр" эпосын башҡарыусы йәш сәсәндәрҙең XXIV республика конкурсы еңеүселәре

Ғөмүмән, был 2022 йылғы бәйгелә 25 район, 5 ҡала мәктәптәренән һәм 5 республика гимназия һәм лицейҙың 136 уҡыусы ҡатнашҡан. Сәсәндәр мәктәбен үҫтереүҙе, халҡыбыҙҙың тарихи һәм мәҙәни һаҡсыл мөнәсәбәт тәрбиәләүҙе, һәләтле балаларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тотҡан тәрән йөкмәткеле был конкурсты Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы ойоштороп килә.

Быйылғы конкурс Рәсәй халыҡтарының мәҙәни мираҫы йылы һәм республикабыҙҙа иғлан ителгән Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналғайны. Уҡыусыларҙы “Урал батыр” эпосы менән ҡыҙыҡһындырыу һәм бәйгенең мәртәбәһен үҫтереү өсөн мәғариф һәм фән министрлығы еңеүселәргә 3 меңдән алып 7 меңгә тиклем аҡсалата бүләк тә әҙерләгән ине.

Халҡыбыҙҙың рухи мираҫы булған мәшһүр «Урал батыр» эпосын яттан һөйләү – республика конкурсының төп шарттарының береһе. Быйылғы Гран-при эйәһе кем, тиһегеҙме? Ул – Ишембай ҡалаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге 2-се башҡорт интернат-гимназияһының XI cиныф уҡыусыһы Ғәлиә Шәрипова (етәксеһе – Фаягөл Әмирханова). Ғәлиә VI синыфтан бәйгелә ҡатнашып килә, ул эпосты тулыһынса белә. Әйткәндәй, «Урал батыр» эпосы 4500-ҙән артыҡ юлдан тора.

Ошо хаҡта тулыһынса мәҡәләне кесаҙна көнө  баҫылып сыҡҡан "Йәншишмә" гәзитендә уҡығыҙ.

Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас