+23 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
1 Ноября 2022, 06:36

"Беренсе"ләр - еңеүсе!

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһының "Беренсе" командаһы мәктәп музейҙарының  "Мәҙәни маршрут" Бөтә Рәсәй фестивалендә еңеүсе булған.

Был турала республика Мәғариф һәм фән министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә. 

Гимназистар "Тыуған яғымдың мәҙәни йолалары" номинацияһына үҙҙәренең белем усағының бай экспонатлы Зөмәрә Вәлиева исемендәге тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейын тәҡдим иткән. Фестиваль барышында уҡыусылар өсөн Еңеү музейы буйлап сәйәхәт ойошторолған, шулай уҡ проект эше яҙғандар. Ғариповсылар "Киләсәк - тарихта" ("Будущее за историей") тигән проект әҙерләп, I урын алған.

Команда "Орлёнок" лагерына юллама менән бүләкләнгән. 

Фото: education.bashkortostan.ru.

"Беренсе"ләр - еңеүсе!
"Беренсе"ләр - еңеүсе!
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас