+11 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
3 Ноября 2022, 07:30

Артур Мөжиповтың эше - еңеүсе!

Волга буйы федераль округының "ФормART" стрит-арт фестивале ике йыл элек үткәрелә башлағайны. Быйылғы конкурсҡа 2 ноябрҙә йомғаҡ яһалды.

Артур Мөжиповтың эше - еңеүсе!Артур Мөжиповтың эше - еңеүсе!
Артур Мөжиповтың эше - еңеүсе!

Тауыш биреүҙә 111 меңдән ашыу кеше һәм 90-лап эксперт ҡатнашҡан. Һөҙөмтәлә, беҙҙең республиканан һәләтле рәссам Артур Мөжиповтың "Күсмә халыҡтар ҡурсалаусыһы" тигән эше еңеүсе булған. Шәп бит! Был монументаль рәсем Белорет ҡалаһының Киров урамындағы 64-се йортто биҙәй. Артур Мөжипов әйтеүенсә, уның героиняһы Һомай башҡорт ҡыҙы образында милли кейемдә һүрәтләнгән. "Башҡорт халҡының милли кейеме бик матур. Өлкән быуын уның аша йәш быуынға халыҡтың мираҫын тапшыра, тарихын һөйләй", - ти автор. 

Фото: https://formartpfo.ru/2022/f1

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас