+24 °С
Ямғыр
VKOKМакс
Бәйгеләр
3 Ноябрь 2022, 10:30

Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!

Көҙгө каникулым күңелле һәм файҙалы үтеп бара. Күптән түгел  Өфө ҡалаһындағы 158-се Мостай Кәрим исемендәге гимназияла "Мостай уҡыуҙары – 2022" фәнни-ғәмәли конференцияһы еңеүселәрен тәбрикләү тантанаһында ҡатнаштым.

Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!
Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!

Күренекле башҡорт шағиры, яҡташыбыҙ Ғәлимйән Ибраһимов, Салауат Юлаев исемендәге премиялары лауреаты Рәшит Назаровтың тыуған көнөнә арналған саралар уҙҙы.  Унда ла ҡатнаштым. Ғәлимйән Ибраһимов исемендәге үҙәк район китапханаһында һәм гимназиябыҙҙа уҙғарылған шиғыр һөйләүселәр конкурсында еңеү яулап, бүләк алып һөйөндөм. Шулай уҡ  үҙебеҙең мәктәптәге “Йәш әрмеселәр" сафында торған егет-ҡыҙҙар менән йәнә лә Өфө ҡалаһына аквапаркта һәм музейҙарға булдыҡ. Каникулым иҫтәлекле тәьҫораттарға бай булмаҡсы. Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!

 Лиана Йәлилова, IX синыф уҡыусыһы.

Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.

 

Фото: Л. Йәлилова.

Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!
Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!
Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!
Рәхмәт, һиңә көҙгө ялым!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас