

«Башҡортостан кванториумы» балалар технопаркынан Роман Ардуванов, Әмир Дәүләтшин, Искәндәр Йыһаншин, Азамат Нураев бер команда булып бәйгелә ҡатнашҡан. Етәкселәре - Радомир Абдуллин. Конкурс мартта башланып, ике этапта үткән. 6 номинация буйынса бөтәһе 76 команда һынау тотҡан. Беҙҙең егеттәрҙең «Cosmostar» тип аталған командаһы "Ай скафандры" номинацияһын һайлаған. Ярты йыл буйы конкурс этаптарында ҡатнашып, финалда проекттарын яҡлап, иң яҡшы һөҙөмтәгә ирешкәндәр. Ни тиклем ҡатмарлы эште атҡарып сыҡҡандарын егеттәр үҙҙәре лә йәшермәй. Афариндан башҡа ни әйтәһең!