

Һәүәҫкәр йырсылар ҡатнашҡан был бәйгелә еңеүселәр өс йәш үлсәмендә билдәләнәсәк: 16 йәшкә тиклемге балалар, 16-нан 60 йәшкә тиклемгеләр, 60 йәштән өлкәнерәктәр.
Быйыл "Оҙон көй"ҙә 65 конкурсант ҡатнаша. Башҡортостандан тыш, Татарстандан һәм Силәбе өлкәһенән дә барҙар. Бәйге ике турҙа үтә. 16 йәшкә тиклемгеләр икеһендә лә үҙҙәре һайлаған боронғо башҡорт халыҡ йырын башҡарһа, өлкәндәргә исемлеккә индерелгән 31 йырҙың береһен мотлаҡ башҡарырға кәрәк була.
Гала-концерт һәм бүләкләү 11 ноябрҙә 15.00 сәғәттә үтәсәк.
Фото асыҡ сығанаҡтан.