

Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында», «Оҙон-оҙаҡ бала саҡ», «Ай тотолған төндә», «Беҙҙең өйҙөң йәме» һәм башҡа бик күп үлемһеҙ әҫәрҙәренә сәнғәт кешеләре әленән-әле мөрәжәғәт итә, яңырта. Күптән түгел «Ай тотолған төндә» спектакленең премьераһы Курск дәүләт драма театрында булды. Ә яратҡан шағирыбыҙҙың Ҡайсын Кулиев, Сыңғыҙ Айтматов, Рәсүл Ғамзатов кеүек әҙиптәр менән дуҫлығы халыҡтар араһындағы яҡынлыҡты сағылдырыусы бер символ кеүек.
20 октябрҙә Мостай Кәримдең тыуыуына 103 йыл тулды. Йыл һайын оло шәхесебеҙҙең тыуған көнөнә ҡарата республикабыҙҙа төрлө саралар уҙа. 2013 йылда уның ғаиләһе Мостай Кәрим исемендәге фонд булдырғайны. Шағир исемен йөрөткән гимназия уҡыусылары һәм юғары уҡыу йорто студенттары араһында йыл да стипендиаттар билдәләнә. Был бүләк башҡорт телен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән йәштәрҙе һәм үҫмерҙәрҙе дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Шуларҙың береһе – IX синыфтан уҡыу алдынғыһы Шайморат Ҡарасов. Һәләтле егет быйыл «Ҙур тәнәфес» Бөтә Рәсәй конкурсының ярым финалына сыҡҡан. Саранск ҡалаһында үткән ҙур сарала ҡатнашҡан. Олимпиада-конкурстарҙа бер ҙә һынатмай. «Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияһында II урын алған. «Кендектәр» КВН командаһының капитаны ла үҙе. Кикбоксинг, волейбол менән шөғөлләнә. «Юлбарыҫ» баскетбол командаһы ағзаһы. Гитарала һәм ҡурайҙа ла уйнай икән. Төрлө сараларҙы, хатта Мәскәү халыҡ-ара мәғариф салонында туған гимназияһының исем туйын алып барған.
Өфөләге Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында халыҡ шағирының иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлайҙар. Бай экспонатлы уҡыу кабинеты-музейы ла бар. Ә фойелағы барельефтағы Мостай һыны көн һайын гимназистарҙы сәләмләп ҡаршы алғандай.
«Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы – уның ижадына һәм тормош юлын өйрәнеүгә арналған иң мөһим саралыр. Был бәйгене гимназия Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Мәғарифты үҫтереү институты, Башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды вәкилдәре менән берлектә ойоштора һәм уҙғара. Әйткәндәй, быйылғыһы өс ҡыҙыҡлы номинация буйынса үтте. «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» тип аталғанына ижади эштәр – эссе, шиғыр, иншалар ҡабул ителде. Ә «Беҙҙең өйҙөң йәме» йүнәлеше буйынса сәйәхәт маршруттары проекттары төҙөргә тейеш инеләр. Ойоштороусылар бәйгелә ҡатнашырға уҡыусыларҙы ғына түгел, студенттарҙы һәм педагогтарҙы ла саҡырҙы. Конкурс бик әүҙем барҙы: унда барлығы 7 меңдән ашыу кеше ҡатнашты. Улар араһында Һамар, Һарытау, Свердлов өлкәләренән, Ханты-Манси автономиялы округынан, Татарстан Республикаһынан, Санкт-Петербург ҡалаһынан вәкилдәр ҙә бар ине. «Туған тел донъяһы» сайтында Мостай Кәримдең тормош юлына һәм ижадына арналған «Йылдар эҙенән» тигән интернет-викторина ла ойошторолдо.
Мостай Кәрим ижадын өйрәнеү аша илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү – конкурстың төп маҡсаттарының береһе. Шуға ла бер номинацияның исеме «Мин фронтҡа китәм, иптәштәр!» шиғырынан алынып, «Атасаҡ таң, киләсәк яҙ өсөн...» тип аталды.
Еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһына бүләкләү тантанаһына йыйылды. Улар – Салауат, Әлшәй, Әбйәлил, Стәрлетамаҡ, Баймаҡ, Ғафури, Бөрйән, Мәләүез, Ейәнсура, Йылайыр, Асҡын, Мәсетле, Белорет, Хәйбулла, Бүздәк, Шаран, Ҡырмыҫҡалы яҡтарынан һәм Өфөнән. Ижади эштәр бәйгеһендә уҡыусылар араһында еңеүселәр: Гөлсәсәк Ғарипова (Салауат, Лағыр), Динислам Ниғмәтуллин (Әлшәй, Ҡыпсаҡ-Асҡар), Софья Примак (Стәрлетамаҡ, Яңы Отрада), Нәркәс Ласынова (Баймаҡтағы 4-се лицей). Баһалама комиссияһы ағзаларын балаларҙың төплө, ҡыйыу фекерле ижади эштәре һоҡландырған. 23 уҡыусы призлы урынға лайыҡ булды. Уларҙың һәр береһе Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығының дипломдарын һәм бүләктәр алып һөйөндө. Беҙ Мәләүез ҡалаһындағы Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы башҡорт гимназияһының XI синыфы уҡыусыһы Илнара Иркәбаева менән яҡындан таныштыҡ. Фёдоровка районының Батыр ауылы ҡыҙы икән ул.
«Олатайҙарыбыҙ беҙгә башҡорт халҡының ғорур исемен һәм күркәм илен ҡалдырған. Һәр беребеҙ ошо исемгә тап төшөрмәйенсә, яҡшы эштәр менән генә биҙәп, киләһе быуындарға тапшырырға бурыслыбыҙ», – тигән юлдар бар уның иншаһында. Илнара бөгөнгө тынысһыҙ көндәр, хәрби операцияла ҡатнашыусы ауылдаштары тураһында ла телгә алып үткән. «Төп һәм беренсе хыялым – донъяла тыныслыҡ булһын, күҙ йәштәре булмаһын», – тип яҙа ул.
Әйткәндәй, Илнара – алдынғы, әүҙем уҡыусыларҙың береһе. Былтыр Динис Бүләков исемендәге премияға лайыҡ булған. Тарих буйынса республика кроссенстар конкурсы еңеүсеһе, Юрий Гагарин исемендәге кубокка башҡорт теленән республика олимпиадаһы призёры. «Рух» театр коллективында ла бик уңышлы шөғөлләнгән. Быйыл Республика көнөнә арналған иншалар конкурсында ла иң-иңе булған. «Мостай уҡыуҙары» ижади конкурсы бына ошондай һәләтле уҡыусыларҙы, милләтебеҙҙең киләсәге булырҙай йәштәрҙе танытыуҙа ла ҙур әһәмиәткә эйә.
«Беҙҙең өйҙөң йәме» номинацияһы буйынса конкурсанттар республика халҡына һәм килгән ҡунаҡтарға сәйәхәт маршруттары тәҡдим итте. Улар «Мостай эҙҙәре буйлап», «Иң яҡшы әҙәби маршрут», «Республиканың иҫтәлекле урындары», «Балалар өсөн иң яҡшы маршрут» һәм башҡа темалар буйынса ҡыҙыҡлы проекттар яҙған. Экологияға, Башҡорт мәҙәниәте һәм рухи мираҫ йылына арналғандары ла бар ине. Бик уңышлы, практикала ҡулланырлыҡ сәйәхәт маршруттары килеп сыҡҡан. Был конкурста Баймаҡтағы 4-се лицейҙан Румия Тәхәүетдинова еңеүсе булды. Призёрҙар күп кенә. Мәҫәлән, Ҡырмыҫҡалы районы Ҡабаҡ мәктәбенән Камилла Ғәлләмова Учалы районындағы Ҡалҡанкүл һәм Ҡылыскүлгә сәйәхәт маршрутын төҙөгән. Мостай Кәрим шундағы Өргөн ауылына ҡунаҡҡа йөрөгән икән.
Бүләкләү тантанаһы гимназияның нәфис һүҙ, йыр, бейеү оҫталары башҡарған концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Шағирә Гөлнара Хәлфетдинова, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтовтарҙан да бүләктәр алды уҡыусылар. Шулай уҡ Мостай Кәримдең туғаны Әлфирә Зиязетдинова сығыш яһаны.
Студенттар һәм педагогтар араһында ла еңеүселәргә, призлы урынға лайыҡ булыусыларға мәғариф һәм фән министрлығының дипломдары тапшырылды.
«Мостай уҡыуҙары» төбәк-ара әҙәби-ижади конкурсы еңеүселәре һәм призёрҙары Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында булып, халыҡ шағирының тормошо һәм ижады тураһында тағы ла күберәк мәғлүмәт алып, уның шәхси әйберҙәрен дә күреп ҡайтты. Бындай матур аралашыу уларҙың күңелен байытҡандыр, тағы ла матур эштәргә дәртләндергәндер, тип ышанайыҡ.
Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.