-18 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
14 Ноябрь , 13:15

Мөмкинлектәренең сиге юҡ

Һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында XVI республика мәҙәни-спорт фестивале уҙҙы. Унда утыҙ алты коррекцион мәктәп һәм интернат-мәктәптән 185 уҡыусы ҡатнашты. Вокал һәм хореография буйынса конкурс дистанцион форматта ойошторолдо.

Фестивалдең өсөнсө көнөнә командалар Өфөләге Башҡорт­остан Республикаһының Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгенә килеп урынлашты. Унда фестивалде асыу тантанаһы булды. Шунан спорт ярыштары башланды. Ҡыҙҙар һәм малайҙар айырым көс һынашты. Йәш спортсылар оҙонлоҡҡа һикереү, 30 метрға йүгереү, турникта, эскәмйәнән ҡулға таянып күтәрелеү, шахмат, йөҙөү буйынса ярыштылар. Баһалама ағзалары һәр ҡатнашыусыға ғәҙел баһа бирҙе.
Шахмат турниры «Толпар» шахмат клубы ярҙамында ойошторолдо. Унда төрлө йәштәге 70 бала ҡатнашты. Әйткәндәй, республикабыҙҙа мәғариф һәм фән министрлығы тырышлығы менән бөтә коррекцион белем усаҡтарында ла шахмат дәрестәре үткәрелә башлаған.
Декоратив-ғәмәли сәнғәт номинацияһына уҡыусылар 112-се Башҡорт атлы дивизияһына арнап төрлө ысул менән башҡарылған эштәрен тәҡдим итте.
Еңеүселәр дүрт төр буйынса билдәләнде: вокал, хореография, декоратив-ғәмәли сәнғәт һәм спорт. Фестивалде ябыу тантанаһында мәғариф һәм фән министры Айбулат Хажин, спорт министры Руслан Хәбибов, Дәүләт Думаһы депутаты, 13 тапҡыр паралимпия чем­пионы Рима Баталова ҡатнашты. XVI фестивалдең еңеүсеһе булып Өфөләге 30-сы һаңғырау, насар ишеткән балалар өсөн һәм һаулыҡтары буйынса мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн 59-сы коррекцион интернат-мәктәптәр танылды.
Еңеүсе һәм призлы урын алыу­сы командаларға кубоктар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды. Ә балаларға дипломдар, һәр ҡатнашыусыға сертификаттар, иҫтәлекле бүләктәр таратылды. Бындай иғтибар һәм ошо фестивалдә ҡатна­шыу­ҙары, еңеүгә ынтылыуҙары һәр бала күңелендә онотолмаҫлыҡ тәьҫораттар ҡалдырҙы.

Э. РӘШИТОВА.

Мөмкинлектәренең сиге юҡ
Мөмкинлектәренең сиге юҡ
Мөмкинлектәренең сиге юҡ
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас в