+15 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
15 Ноября 2022, 08:21

Ейәнсураларға "лайыҡ" ҡуяйыҡ

Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылының 2-се мәктәбендә шәп йәш янғын һүндереүселәр дружинаһы бар. Исеме - "Ялҡын". Әле команда "Рәсәйҙең иң яҡшы янғын һүндереүселәр дружинаһы" ярышының финалына сыҡҡан.

Бөтә Рәсәй смотр-конкурсы кисә ситтән тороп үткәрелә башланы. Барлығы 10 дружина ҡатнаша. Тәүге эш - "Янғын һүндереүсе блогер" тип атала. Ейәнсуралар Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Дуҫтар, дружинаға алға сығырға беҙ ҙә ярҙам итә алабыҙ, бының өсөн һылтанма аша үтеп, https://vk.com/club122464419?w=wall-122464419_1971, видео аҫтына "лайыҡ" ҡуйырға кәрәк. 

Фото: vk.com.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас