

Әсәйебеҙ Белорет районы Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән. Ғаиләлә төпсөк кенә ҡыҙ була. Белорет ҡалаһында уҡытыусы һөнәрен үҙләштереп, тыуған мәктәбенә ҡайта.
Ул – беҙҙең өсөн иң яҡын кеше. Мәктәптә – үҙ эшенең оҫтаһы. Үҙен ата-әсәләр, уҡыусылар бик хөрмәт итә.
Эштән ҡайтҡас, өйҙә – тәмле аш-һыу оҫтаһы. Бешергән ҡоймаҡтары, аштары телде йоторлоҡ була. Шулай уҡ әсәйебеҙ спортты ла ярата. Волейбол түңәрәгенә ихлас йөрөй. Беҙҙе лә, уҡыусыларын да, сәләмәт рухта тәрбиәләргә тырыша.
Әлбиттә, һәр әсә үҙенсә яҡшы, матур. Беҙҙең дә ҡәҙерлебеҙ – иң матуры, иң намыҫлыһы, иң эшһөйәре, иң изгеһе.
Дания һәм Рамаҙан Фәйзуллиндар, III һәм IV синыф уҡыусылары.
Белорет районы, Абҙаҡ мәктәбе.