

Минең әсәйемдең исеме – Гөлфиә. Ул Хәйбулла районының Аҡъюл ауылында яҡты донъяға килгән.
Әсәкәйемдең ҡулдары алтын, белмәгән эше юҡ. Аш-һыуға оҫта. Тәҙрә төбөндә ул үҫтергән гөлдәр шау сәскәгә күмелгән. Йәйгеһен баҡсабыҙҙа нимәләр генә үҫмәй. Аптырарһың, ҡасан ул барыһына ла өлгөрәлер инде. Әсәйем Аҡъяр үҙәк дауаханаһында эшләй. Уны хеҙмәттәштәре лә хөрмәт итә.
Йыр-моңға ғашиҡ кеше булараҡ, ул йыр тыңларға һәм йырларға ла ярата. Бигерәк тә Фирүзә Париж менән Зинира Рамаҙанованың йырҙарына ғашиҡ.
Беҙ ғаиләлә – өс бала. Әлбиттә, ата-әсәйебеҙгә ярҙам итеп торабыҙ. Уларҙы башҡарған эштәребеҙ, уҡыуыбыҙ, уңыштарыбыҙ менән ҡыуандырабыҙ. Иң яратҡан мәлдәребеҙ – ғаилә менән бергәләшеп сәй эсеү, әңгәмәләшеү, уйнау.
Әсәй – өйҙәге ҡояш! Беҙ уны ныҡ-ныҡ яратабыҙ һәм хөрмәт итәбеҙ. Ҡәҙерлебеҙгә аҡ бәхеттәр һәм оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Гөлфинә Ғөбәйҙуллина, VI синыф уҡыусыһы.
Хәйбулла районы, Аҡъярҙағы 2-се мәктәп