

Әсәйем Себерҙәге Төмән өлкәһендә вахта ысулы менән ашнаҡсы булып эшләй. Ул өйҙә юҡ саҡта миңә бик ҡыйын, күңелһеҙ. Үҙен юҡһынам, илап та алам.
Ә инде ҡайтып төшһә, шатлығымдың иге-сиге юҡ. Беҙ уның менән бер секундҡа ла айырылмайбыҙ, һәр саҡ бергә булабыҙ. Һөйләшеп һүҙҙәребеҙ бөтмәй. Белһәгеҙ икән, нисек мин шатланғанды! Икәүләшеп тәмлекәстәр бешерәбеҙ. Был мәл – иң бәхетле, күңелле сағым! Беҙ шулай уҡ төрлө темаларға әсәйем менән серләшеп тә алабыҙ.
Көҙ етһә, әсәйем менән туғандарҙа ҡаҙ өмәһендә булырға яратабыҙ. Ағайым ҡоштарҙы һуйып, индереп тора, ә беҙ йолҡабыҙ. Ошо мәлдәр миңә нығыраҡ оҡшай. Эшен дә башҡарабыҙ, ихлас аралашабыҙ ҙа.
Бына шулай беҙ туғандар менән татыу итеп донъя көтәбеҙ. Ҡайғы, шатлыҡ килгәндә лә гел бергәбеҙ.
Әсәйемә, туғандарыма һаулыҡ теләйем. Гел шулай бергәләп туғандар менән дуҫ йәшәргә яҙһын.
Азалиә ХӘЛИЛОВА, IX cиныф уҡыусыһы.
Стәрлетамаҡ ҡалаһы, 2-се интернат-лицей.