

Ул мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта. Уҡыусыларҙы туған телебеҙҙә матур итеп һөйләшергә өйрәтә. Шулай уҡ төрлө сараларға ҡатнашырға ла ярҙам итә. Үҙен балалар ҙа бик ярата. Уҡыусыларына ла ул әсәй кеүек. Һәр береһен маҡтап, ҡурсалап ҡына тора. Эше ауыр булыуға ҡарамаҫтан, бер ҙә зарланмай. Һәр беребеҙ менән һөйләшергә, тыңларға ваҡыт таба. Әсәйем миңә һәр саҡ аҡыллы кәңәштәр бирә, ярҙам итә. Ул – минең өсөн иң яҡын кеше. Әсәйем – донъябыҙҙың йәме, шатлығы.
Айгизә Ғәлиуллина, VII “А” синыфы уҡыусыһы.
Туймазы районы, Әсғәт Мирзаһитов исемендәге Ҡандралағы 2-се мәктәп.