

Уның менән рәхәтләнеп төрлө темаларға һөйләшәбеҙ. Миңә уның тормошта оптимист булыуы оҡшай. Борсолоуҙарын тышҡа сығармай. Гел йылмайып ҡына тора. Эргәһендә шул тиклем рәхәт. Ул миңә гел көс биреп торған кеүек. Әсәйемдең бер һирпелеп ҡарауы була, күңелем иреп китә. Эше тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һәр саҡ йылмайып, ярҙам итергә генә тора. Үҙе өлгөр ҙә. Интернет селтәрендә төрлө өҫтәмә программалар менән ҡыҙыҡһына. Видео төшөрөү менән шөғөлләнә. Тырыш булғас, үҙ маҡсатына гел ирешә. Шул яғы мине ныҡ һоҡландыра.
Беҙгә, өс балаға, ғүмер бүләк иткән әсәйемә һаулыҡ, бәхетле һәм оҙон ғүмер теләйем. Әсәкәйем, һин - беҙҙең һүнмәҫ ҡояшыбыҙ! Һинән килгән яҡты һәм йылы нурҙар беҙҙе йылыта һәм иркәләй. Ошо илаһи нурыбыҙ гел балҡып, донъяны әлегеләй гел биҙәп торһон.
Лиана Йәлилова, IX синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.