

Әсәйем менән бергә дәрес әҙерләйем. Буш ваҡыт булғас, тәмле-татлы ризыҡтар бешерәбеҙ. Унан инде бергәләп төрлө уйындар ойошторабыҙ. Берҙән-берем менән һәр саҡ рәхәт һәм тыныс.
Әсәйемә һаулыҡ, бәхет һәм уңыштар теләйем.
Һәр ваҡыт шулай ҡояш кеүек яҡты, ихлас, сибәр, аҡыллы, изге күңелле булып ҡал, әсәкәйем!
Таһир Рәхимов, I синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.