+20 °С
Дождь
VKOKTelegram
Бәйгеләр
22 Ноября 2022, 09:40

Әсәйҙәрҙе рәнйетмәйек!

Минең әсәйемдең исеме – Фәнүзә. Ул Баймаҡ районының Ҡарамалы ауылында тыуған. Биш йәшендә  атайһыҙ ҡала, ә ҡәҙерле әсәһе вафат булғанда уға ни бары 17 йәш тулған була. Әсәйемде инәһе ҡарап үҫтерә.

 Баймаҡ интернат- мәктәбен тамамлағас, ул төрлө ерҙәрҙә эшләй. Балалар баҡсаһында – бала ҡараусы, санитарка йөгөн дә тарта. Бөгөн әсәйем хаҡлы ялда.

Беҙ ғаиләлә – 4 малай. Әсәйем беҙҙе бәләкәйҙән эшкә өйрәтеп үҫтерә, файҙалы кәңәштәрен бирә.

Мин ғаиләлә – иң бәләкәйе. Уға һәр ваҡыт өй эштәреңдә ярҙам итәм. Сөнки әсәйемдең эше бигерәк күп. Шул арала тәмле-тәмле аштары, бәлештәре менән һыйлап та өлгөрә. Үҙем дә бешеренергә унан оҫталыҡ дәрестәре алам.

Әсәй, һин – беҙҙең өйҙең йәме. Үҙеңде ныҡ яратам. Һиңә һаулыҡ, күңел тыныслығы теләйем.

Байрам менән бөтә әсәйҙәрҙе лә ҡотлайым. Уларҙы бер ваҡытта ла рәнйетмәйек, юҡ-барға көйҙөрмәйек. Ҡайғы-хәсрәт күрмәй, оҙаҡ йәшәһен әсәйҙәр!

 

Ислам Ҡаһарманов, VIII синыф уҡыусыһы.

Сибай ҡалаһындағы мөмкинлектәре сикләнгән балаларға дистацион белем биреү үҙәге.

Әсәйҙәрҙе рәнйетмәйек!
Әсәйҙәрҙе рәнйетмәйек!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас