+17 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
22 Ноября 2022, 11:40

Әсәйебеҙ – өйөбөҙ йәме!

Минең әсәйем Ләйсән Суфиян ҡыҙы – иң матур, иң яҡшы, иң гүзәл кеше. Уның исеме лә, яҙғы йылы ямғыр, тигәнде аңлата. Ләйсән ямғырҙан һуң  ҡояш нисек йылытып ебәрһә, әсәйем дә йылмайһа, өйөбөҙ сағыу, йылы нурға сума.

Әсәйебеҙ – өйөбөҙ йәме!Әсәйебеҙ – өйөбөҙ йәме!
Әсәйебеҙ – өйөбөҙ йәме!

Әсәй – донъялағы иң ғәзиз йән эйәһе. Ул балаһын һөйә, йән йылыһын биреп, наҙлап үҫтерә, тәрбиәләй, эшкә өйрәтә, тормошта уның яҡшы кеше булыуын теләй.

Әсәйем мине бәлеш бешерергә, ҡаҡ ҡойорға, төрлө-төрлө тәмлекәстәр яһарға, ҡайнатмалар эшләргә өйрәтә. Мин уның гел шулай ихлас, матур булып, ғүмер юлдарын иҫәнлектә-һаулыҡта үтеүен теләйем.

 

Лиә Хәсәншина, VI cиныф уҡыусыһы.

Октябрьский ҡалаһы, 22-се мәктәбе.

Әсәйебеҙ – өйөбөҙ йәме!
Әсәйебеҙ – өйөбөҙ йәме!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас