+14 °С
Облачно
VKOKМакс
Бәйгеләр
23 Ноября 2022, 18:19

Беҙҙе наҙлап ҡына үҫтерә

Беҙ әсәйебеҙҙе ныҡ яратабыҙ! Уның исеме - Нәзифә. Үҙебеҙҙең Мәһәҙей ауылы балалар баҡсаһында өлкән тәрбиәсе булып эшләй.

Әсәйем һөйләүе буйынса, ул бәләкәйҙән тәрбиәсе булырға хыялланған һәм теләген тормошҡа ашырған. Балаларҙы ныҡ ярата.

Әсәйем беҙҙе - өс баланы иркәләп, наҙлап, һөйөп кенә үҫтерә.Тәмле-тәмле аштар бешерә. Әлеге ваҡытта бәләкәй ҡустыбыҙҙы ҡарап өйҙә ултыра. Атайыбыҙ ҙа беҙ тип өҙөлөп тора. 

Минең әсәйем - донъялағы иң яҡшы кеше. Ул булғанға өйөбөҙ ҙә йылы, ашыбыҙ ҙа тәмле. Әсәйемдең ҡулы алтын. Матур итеп ырғаҡ менән - түшәктәр, беҙгә ойоҡ, бейәләйҙәр бәйләй. Уға оҡшарға тырышып, мин дә ҡурсағыма күлдәктәр тегеп кейҙерәм.

Үҙе бик матур йырлай ҙа. Ҡустымды йырлай-йырлай йоҡлата.  Бәхетле ғаиләбеҙҙең тотҡаһы ул  әсәйебеҙ.

 

Ынйы ШАҺИМӘРҘӘНОВА.

Бөрйән районы, Мәһәҙей мәктәбе.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән.  

Автор:
Читайте нас