+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
23 Ноябрь 2022, 05:40

Һинһеҙ миңә донъя йәмһеҙ!

 Әсәйемде ныҡ яратам. Уның исеме – Роза.

Әсәйемдең йылмайыуы күңелдәрҙе иретә, ә йәшел күҙҙәренән наҙ бөркөлә. Йомшаҡ ҡулдары менән бер иркәләүе була, бар донъя яҡтырып киткән кеүек. Ул – бик изге күңелле, шул уҡ мәлдә бик талапсан да. Һәр кемгә ярҙам итергә әҙер. Яуаплы эштә булғас,үҙенә ҙур маҡсаттар ҡуя һәм тормошҡа ашыра ла.

Әсәйем менән ғорурланам, үҙенә оҡшарға тырышам. Беҙгә, дүрт балаға, ғүмер биргәне, беҙҙе тырышып ҡарағаны, күп нәмәләргә өйрәткәне өсөн уға рәхмәт әйтәм. Әсәй, гел шулай шат йөҙлө,мөләйем,ихлас,һөйкөмлө булып ҡал, йәме!Һинһеҙ миңә донъя йәмһеҙ!


Ләйлә Рәсембәтова, VII ”А” синыфы уҡыусыһы.
Хәйбулла районы,  Аҡъярҙағы 2-се мәктәп.

Һинһеҙ миңә донъя йәмһеҙ!
Һинһеҙ миңә донъя йәмһеҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас