

Әсәйем бик уңған, беҙҙе тәмле аштары, бәлештәре менән һыйлай. Йәй көнө баҡсабыҙҙа аллы-гөллө сәскәләр үҫтерә. Ә сәскәләр яратҡан кешенең күңеле лә матур, тиҙәр. Әсәй һәр ваҡыт беҙгә файҙалы кәңәштәрен бирә, бер-беребеҙҙе ихтирам итергә өйрәтә. Һеңлем менән икебеҙгә дәрес әҙерләүҙә лә ярҙам итә. Уға беҙ ҙә өйҙәге бар эштәрҙә ярҙам итергә тырышабыҙ.
Бәхетлемен, сөнки әсәйем миңә ғүмер бүләк иткән. Ер йөҙөндә бөтә балалар ҙа әсәйле булһын ине.
Әсәйемә ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйем. Мин һине бик ныҡ яратам.
Сәид Ҡаһарманов, VI синыф уҡыусыһы.
Бөрйән районы, Ҡолғана мәктәбе.