

Ул – миңә әхирәт тә, серҙәш тә. Әсәйем мине өлкәндәрҙе хөрмәт итергә, бәләкәстәрҙе үпкәләтмәҫкә, шулай уҡ йәнлектәр донъяһына яҡшы мөнәсәбәттә булырға һәм тәбиғәтте һаҡларға өйрәтә.
Тағы ла әсәйем үҙенең тырнаҡ буйынса салон-студияһын асып, "Амелия" тип атаны. Ул һәр йома изге эштәр башҡара. Үҙҙәрен ҡарай алмаған өләсәй һәм олатайҙарҙы ҡабул итеп, гигиена процедураларын үткәрә.
Әсәкәйем, үҙеңде бик яратам һәм ғорурланам. Һиңә ныҡлы һаулыҡ һәм ҙур бәхет теләйем.
Амелия Ғизәтуллина, IV ”Б” синыфы уҡыусыһы.
Салауат районы, Малаяҙҙағы башҡорт гимназияһы.