+12 °С
Ямғыр
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Ноябрь 2022, 16:40

Әлдә яныбыҙҙа һин бар

Әсәй... Был һүҙҙә күпме наҙ, йылылыҡ бар! Һәр бер кеше өсөн иң ҡәҙерле, иң һөйкөмлө зат ул.

Минең әсәйем  Эльмира Йәҙгәр ҡыҙы Миңлеғолова гүзәл тәбиғәтле Бөрйән районының Яуымбай ауылында тыуған. Ул – минең иң тоғро юлдашым, кәңәшсем һәм иң яҡын дуҫым. Һәр саҡ дөрөҫ юл һайларға, көслө рухлы булырға өйрәтә. Ҡояш нисек һәр сәскәгә үҙенең йылы, наҙлы нурҙарын һипһә, әсәйем дә миңә үҙенең нурлы ҡараштары, йылы ҡосағы, мәрхәмәтле йөрәге менән йәшәүгә көс, дәрт бирә.

Әсәйемдең ҡулдары бик оҫта, һәр эште еренә еткереп башҡара. Төрлө төҫлө ептәрҙән бәйләгән түшәктәре, сәйләндән һәм төҫлө туҡымаларҙан эшләгән түшелдеректәре күҙҙен яуын алып тора. Әсәйем үҙенең ҡул эштәре менән төрлө конкурс, күргәҙмәләрҙә лә ҡатнашырға өлгөрә. Шулай уҡ аш-һыуға ла бик оҫта. Ул мине лә бешеренергә өйрәтә.

Әсәйем бала сағынан тырыш, ныҡыш булып үҫә. Мәктәпте лә тик ”дүртле” һәм “бишле” билдәләренә генә тамамлап, ҡыҙыл дипломға тегенсе һөнәрен дә үҙләштерә. Әммә уҡып сыҡҡан һөнәре буйынса эшләргә яҙмай, һатыусы булып китә. Бына 20 йыл ошо һөнәренә тоғро  ҡалып, намыҫлы эшләп йөрөй. Әсәйем һәр кешегә яғымлы, иғтибарлы, ипле һәм йомшаҡ һүҙле. Шуға ла үҙен яраталар һәм ихтирам итәләр. Мин дә әсәйемде бик яратам һәм хөрмәт итәм.

Иңебеҙгә ҡанат ҡуйыусы, яҡлаусы, һаҡлаусы кешебеҙ булғас, беҙ үҙебеҙ ҙә ҡанатлы, тимәк, бәхетлебеҙ. Әсәй, һиңә һаулыҡ теләйбеҙ.Әлдә яныбыҙҙа һин бар.

 

Элина Хәйбуллина, VII уҡыусыһы.

Бөрйән районы, Яуымбай мәктәбе.

Әлдә яныбыҙҙа һин бар
Әлдә яныбыҙҙа һин бар
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: