

Әсәйемә бер һорау биргәйнем: һин бейергә лә, йырға, шиғыр яҙырға, матур итеп һөйләргә лә өйрәнгәнһең. Берәй түңәрәккә йөрөнөңмө?
– Әлбиттә, былар барыһы ла беҙҙе уҡытҡан башҡорт теле уҡытыусыһынан киләлер. Ул бейергә, йырларға, шиғыр һөйләргә, шиғыр, хикәйә яҙырға өйрәтте. Һәр йыл бер түңәрәк эшләй ине. Бер йыл - шиғыр ятларға, икенсе йылына мәҡәлә яҙырға өйрәнәбеҙ, өсөнсө йылына – драма түңәрәге, бейеү түңәрәге, дүртенсе йылына – ғәрәп графикаһы, ҡумыҙ түңәрәге... Уҡытыусыбыҙ шул үҙе белгәндәрҙең барыһын да беҙгә өйрәтә килде. Шулай уҡ атайым оҫта итеп йырлай, бейей ине. Районда "Өс таған " конкурсында ҡатнашып, Гран-при алғайнылар. Ағайым, өләсәйем дә йырлай. Туғандарыбыҙ араһында бейегәндәр ҙә, йырлағандар ҙа бар. Әсәйем бит йәшерәк сағында мәктәптә йыр түңәрәген дә алып барған, – тип яуапланы ул. Бына хәҙер белдем, ҡайҙан килә икән әсәйемдең таланты!
Ул былтырғы уҡыу йылында "Йыл уҡытыусыһы” бәйгеһендә ҡатнашты. Көслө унау араһында булды. Беҙ синыбыҙ менән ныҡ шатландыҡ.
Әсәйемдең эше тынғыһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, һәр ваҡыт йөҙөнән йылмайыу китмәй.Ул зарлана белмәй. Беҙҙе яратып наҙлағаның өсөн, матур ғәҙәттәргә өйрәткәнең өсөн рәхмәт, әсәй!
Әҙилә Мырҙағәлина, VIII синыф уҡыусыһы.
Баймаҡтағы 4-се лицей.