+28 °С
Болотло
VKOKМакс
Бәйгеләр
24 Ноябрь 2022, 05:00

Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!

Минең һөйөклө әсәйемдең исеме – Илвира. Ул – Серафимовкалағы 3-сө мәктәптә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Эше бик яуаплы һәм ҡатмарлы. Шуға ҡарамаҫтан, беҙгә, ғаиләһенә бер ҡасан да ваҡытын йәлләмәй.

Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!
Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!

 Һәр беребеҙ уның иғтибарына, йылы ҡарашына, яғымлы һүҙҙәренә мохтаж. Беҙҙе ҡурсалап, ҡайғыртып ҡына тора. Әсәйем - бар яҡтан да тырыш һәм уңған кеше. Өҫтөбөҙ бөхтә, тамағыбыҙ туҡ, өй эсебеҙ яҡты, өҫтәлдән тәмле ризыҡ өҙөлмәй. Әсәйемдең аҙ ғына буш ваҡыты килеп сыҡһа, беҙгә шунда уҡ берәй тәмлекәс бешереп ҡуя. Мин дә уға һәр ваҡыт ярҙам итергә тырышам. Эшенән нисек кенә арып ҡайтмаһын, өй эштәремде эшләшергә һәр ваҡыт ярҙам итә. Ул – минең иң яҡын, иң ҡәҙерле кешем. Күркәм байрамы менән ҡотлап, әсәйемә ошондай шиғыр юлдары яҙҙым. Уға ҡояш ғүмере теләйем!

 Тамерлан Зарипов, йәш хәбәрсе.

Туймазы районы, Серафимовкалағы 3-сө мәктәп.

Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!
Ҡояш ғүмере теләйем, әсәйем, һиңә!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас