-26 °С
Болотло
TelegramТестарVKOK
Арзан хаҡҡа яҙылып ҡалайыҡ!
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Ноябрь , 17:00

Әсәкәйем, беҙ һине яратабыҙ!

Тәү ҡарамаҡҡа ябай ғына яңғыраған һүҙҙәр. Ошо ябай тойолған һүҙҙәрҙе лә әйтергә ҡыйынһынабыҙ, ә, бәлки, оялабыҙҙыр. Ваҡыт юҡҡа һылтанып, ҡабаланып сығып сабабыҙ.

Әсәкәйем, беҙ һине яратабыҙ!
Әсәкәйем, беҙ һине яратабыҙ!

"Балам"тигән һүҙе генә арттан ишетелеп ҡала.

Эйе, ҡайҙа ғына йөрөһәк тә, әсәйҙәрҙең изге теләктәре, доғалары беҙҙе оҙатып йөрөй. Кесеме, оломо булыуына ҡарамаҫтан, һәр әсәгә балаһы сабый булып ҡала.

Әсәйем йыш ҡына:"Бармаҡтың ҡайһыныһын тешләһәң дә, ауырта, миңә бөтәгеҙ ҙә бер тигеҙ", – тип әйтә.

Уның исеме – Нәзифә. Ғәрәп теленәндә  саф, пак тигәнде аңлата икән. Исеме есеменә тап килә уның. Саф күңелле, ихлас кеше үҙе. Килгән-киткән кешене сәйһеҙ, күстәнәсһеҙ сығармай. Беҙҙе лә үҙенең тәмле бәлештәре, бешкән тәмлекәстәре менән һыйлай.

Ҡулынан килмәгән эше, белмәгән нәмәһе юҡ уның. Мал йәнле, атта йөрөргә ярата. Бал ҡорттары араһына инеп китһә, көндәр буйына өйгә инмәҫкә мөмкин. Тәбиғәт ҡосағында ла йөрөргә ярата. Әсәй, беҙ һине яратабыҙ! Бер ҡасан да ауырыма, аяҡ-ҡулдарың һыҙламаһын, йөҙөңдәң йылмайыу китмәһен, өйҙән ҡунаҡтар өҙөлмәһен.

Был донъяның ҡото, йәме –

Әсәйҙәр һәм бәпәйҙәр.

Бер- береһенә һыйынып,

Күҙ ҡарашып йәшәйҙәр.

 

Балаһының уй-хистәрен

Һыйҙыра әсә йөрәге.

Шатлыҡта ла, ҡайғыла ла

Кәрәк бит әсә терәге.

 

Вәсилә Әйүпова, йәш хәбәрсе.

Бөрйән районы, Байназар мәктәбе.

Әсәкәйем, беҙ һине яратабыҙ!
Әсәкәйем, беҙ һине яратабыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас в