

Ул дүрт балаға ғүмер биргән: ағайым Радим, һеңлеләрем Рената, Йәсминә. Әсәйем – тырыш, яғымлы, мөләйем, матур. Ул беҙҙе тәмле аштары менән ҡыуандыра, һәр ваҡыт ярҙам ҡулын һуҙа. Ял көндәрендә беҙ ғаиләбеҙ менән саф һауала йөрөргә яратабыҙ, буш ваҡыттарҙы гел бергә үткәрәбеҙ. Әсәйем һәр кисте наҙлап, әкиәттәр һөйләп йоҡлата, ә иртән һөйөп уята. Беҙ уны бик ныҡ яратабыҙ. Әсәйебеҙ – өйөбөҙҙөң йәме. Уның йылы һүҙҙәре ауыр саҡта ярҙам итә, йомшаҡ ҡулдары беҙҙе иркәләй, бешергән аштары телеңде йоторлоҡ була.
Әсәйем – был донъяла минең өсөн иң яҡын кеше, шуға мин уны бер ҡасан да хафаландырмаясаҡмын, уға терәк булып үҫәсәкмен. Мин әсәйемде ныҡ яратам һәм хөрмәт итәм.
Ралина Ибәтуллина, IV синыф уҡыусыһы.
Ауырғазы районы, Рәшит Назаров исемендәге Талбазы башҡорт гимназияһы.