+24 °С
Облачно
VKOKTelegram
Бәйгеләр
25 Ноября 2022, 08:10

Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым

Эргәңдә әсәйең булыу – үҙе бер оло бәхет. Улар бит балаларын ел-ямғырға тейҙермәйсә, һаҡлап, яҡлап, ҡурсалап ҡына тора. Әсәйҙәр беҙҙе һәр саҡ яҡшылыҡҡа ғына өндәй. Уларға арнап  йырҙар, шиғырҙар яҙыла, әсәйҙәр һәр ваҡыт маҡтауға лайыҡ.

Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшымӘсәйем – һүнмәҫ ҡояшым
Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым

Минең әсәйем – Ейәнсура ҡыҙы. Йәмле Әселе  буйында тыуып үҫкән. Мәктәпте тамамлағас, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт техникумына уҡырға бара һәм уны уңышлы ғына тамамлай. Ауыл ерендә һөнәре буйынса эш булмағас, ашнаҡсы булып хеҙмәт юлын башлай. Әлеге ваҡытта районыбыҙҙағы башҡорт интернат-гимназияһында бейеү түңәрәген алып бара. Уңышлы ғына эшләп йөрөй, хеҙмәттәштәре лә әсәйемде хөрмәт итеп тора. Ҡайҙа ғына эшләһә лә, ниҙәр генә күрһә лә, ул һәр саҡ ҡояш кеүек балҡый. Түҙемле һәм сабырлы үҙе.

Каникулға ҡайтҡан саҡтарҙа мин әсәйемә ярҙам итәм. Булған бөтә өй эштәрен бергәләшеп башҡарабыҙ. Ул миңә әхирәт кеүек. Әсәйемә ысын күңелдән әйтә алам:“Һин –минең һүнмәҫ ҡояшым".  Ул булғанда донъям түңәрәк, күгем аяҙ минең.

Әсәйемә оҙон ғүмер, бәхет-шатлыҡ, ныҡлы һаулыҡ, маҡсаттары, уй-хыялдары тормошҡа ашһын, бергәләшеп һау-сәләмәттә ҡыуанып йәшәргә насип булһын.

 

Ләйсән Яхина, VII “А” синыфы уҡыусыһы.

Стәрлетамаҡтағы 2-се интернат-лицей.

Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым
Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас