+23 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Ноябрь 2022, 13:50

«Байыҡ» – башҡорттоң байрамы ул

«Башҡортостан» дәүләт концерт залында 2022 йылдың миҙгелен йомғаҡлау концерты уҙҙы. Был тамаша миҙгелде йомғаҡлау ғына түгел ине...

«Байыҡ» – башҡорттоң байрамы ул
«Байыҡ» – башҡорттоң байрамы ул

Быйыл - «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсының 15 йыллыҡ юбилейы. Гала-концертты Наил Юнысов менән Фаягөл Дәүләтйәрова алып барҙы. Мәҙәниәт министрының урынбаҫары Алмаз Рәсих улы Сәйетов Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡованың ҡотлау һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ тамаша залында Федерация Советының Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Ғүмәрова Лилиә Салауат ҡыҙы ла бар ине.

Һәр номинацияла еңеүселәрҙе баһалама ағзалары Илмир Ҡоҙабаев, Нәзир Баййегетов, Гөлгөнә Баймырҙина, Фәнил Әсәҙуллиндар тәбрикләне. Башҡарыусылар Башҡортостандың төрлө райондарынан килгәйне. Иң көслө алҡыштарҙы Мәләүездән «Көнгәк» халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәкселәре – Илүзә һәм Илгиз Ниғәмәтуллиндар) алғандыр. Ә минең өсөн Ҡырмыҫҡалы районынан «Йондоҙ» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе – Гөлназ Хәкимова) асыш булды. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова ҡуйған бейеү бик үҙенсәлекле.

Юбиляр бейеүселәрҙе («Байыҡ» телевизион бейеү конкурсында иң тәүге Гран-при эйәһе Азамат Кәримов, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Гөлназ һәм Эльвира Аҡназаровалар, Башҡортостандың халыҡ артистары Рәил Лоҡманов, Риф Ғәбитов, Рәшиҙә Туйсина) сәхнәгә саҡырып ҡотланылар. Быйыл ғына булдырылған Ратмир Бәҙретдинов исемендәге премия ла тапшырылды был концертта. Тамашаның иң һуңында 100 мең һумлыҡ сертификатты «Байыҡ» телевизион бейеү конкурсының продюсеры Рита Өмөтбаева тапшырҙы. Премия – «Иң яҡшы бейеү ҡуйыусы» тип билдәләнгән Фәнил Әсәҙуллинда. Ҡотлайбыҙ!

«Байыҡ» бәйгеһе артабан да яңынан-яңы таланттар асһын, уны ойоштороусыларға ижади уңыштар теләйбеҙ.

Автор:Гөлфирә Ҡарағужина
Читайте нас: