+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
28 Ноябрь 2022, 15:55

Спорт темаһына һүрәттәр конкурсы

Рәсәй спорт йәмғиәте 6 - 15 йәшлек балалар араһында спорт темаһына һүрәттәр конкурсы иғлан иткән. Иң шәп 12 рәсем спорт календарында баҫыласаҡ.

Спорт ғаиләһе, спорт һәм донъя, Рәсәй спорты, яратҡан Рәсәй спортсыһы номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнәсәк. Һүрәттәрҙең фотоһын йә сканын 30 ноябргә тиклем [email protected] адресына ебәрергә кәрәк. Исем-фамилияңды, йәшәгән ереңде, бәйләнеш өсөн телефон һандарын яҙырға онотмағыҙ. 

Йомғаҡ 10 декабрҙә яһаласаҡ. Был турала https://vk.com/fsop_russia төркөмөндә мәғлүмәт буласаҡ. 

Фото асыҡ сығанаҡтан.

 

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: