+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
29 Ноябрь 2022, 12:15

Кескәй яҡташтарыбыҙ премияға лайыҡ булған

 Билдәле булыуынса,II "Экология - һәр кемдең эше" халыҡ-ара балалар премияһы өсөн конкурстың икенсе миҙгеленә 45 мең 500 эш ҡабул ителгән. Уларҙы Рәсәйҙең 89 төбәгенән һәм 33 илдән балалар ебәргән.

Был бәйгелә Башҡортостандан да малайҙар һәм ҡыҙҙар әүҙем ҡатнашты. Ошо көндәрҙә конкурсҡа йомғаҡ яһалды. "Экопроект" номинацияһында еңеүсе Өфөләге 5-се лицейҙан 8 йәшлек Артём Ямаловтың эше һыу ресурстарын һаҡсыл тотоноу тураһында. Малай ҡыйыҡтан ямғыр һыуын йыйыу системаһы схемаһын тәҡдим иткән. 

 Благовещен ҡалаһынан 2-се балалар баҡсаһынан Аскар исемле малай "Экойәнһүрәт" номинацияһы буйынса I урын алған.

Конкурс еңеүселәренә һәм призёрҙарына ҡиммәтле бүләктәр, сертификаттар тапшырылған.Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт ойошторған "Экология - һәр кемдең эше" конкурсының маҡсаты - балаларҙа экологик мәҙәниәтте үҫтереү, тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү. 

Фото асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: