+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
30 Ноябрь 2022, 13:50

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Сайтыбыҙҙа һәм "Бәйләнештә" социаль селтәрендәге "Йәншишмә" төркөмөндә 27 ноябрь – Әсә көнөнә арнап балалар араһында "Әсәйем – һүнмәҫ ҡояшым" конкурсын иғлан иткәйнек. Унда ҡатнашыу өсөн 2023 йылдың тәүге яртыһына "Йәншишмә"гә яҙылыу ҙа кәрәк ине.

Ниһайәт, бәйгегә йомғаҡ яһар ваҡыт етте. Кемдәр иң-иңе булдымы?

Еңеүсе - Хәйбулланан Ләйлә Рәсембәтова! Икенсе урында – шул уҡ райондан Гөлфинә Ғөбәйҙуллина,  ул яҡташынан саҡ ҡына ҡалышты. Ә өсөнсө урынды Бөрйәндән Сәид Ҡаһарманов яуланы.

Әйткәндәй, еңеүселәр тауыш биреү юлы менән билдәләнде. Әммә был бәйгелә еңелеүселәр юҡ. Беҙ матур-матур йөкмәткеле хаттар алдыҡ. Ҡатнашыусыларға барыһына ла рәхмәт әйтәбеҙ. Хаттарығыҙҙы гәзиттә лә баҫтырып сығарасаҡбыҙ.

Еңеүселәрҙе ихлас ҡотлайбыҙ. Уларға редакцияның Почёт грамотаһы һәм иҫтәлекле бүләге тапшырыласаҡ.

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!
Автор:Зөһрә Хәкимова
Читайте нас: