+9 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
3 Декабрь 2022, 13:35

Мөлөковтар — еңеүсе!

Өфөлә быйыл 24-се тапҡыр ойошторолған "Йәш ғаилә - 2022" ҡала бәйгеһендә Гөлсәсәк һәм Руслан Мөлөковтар беренсе урын яуланы!

Ғаилә ҡороуҙарына ун йыллап ваҡыт уҙып китһә лә, һаман да йәш, матур пар улар, бер-береһен ярты һүҙҙән аңлап, һөйөү тулы ҡараштары менән бағалар.

Дим биҫтәһендә йәшәгән күркәм ғаиләлә Арыҫлан һәм Тимур исемле баһадирҙай ике ул үҫә. Ата-әсә һөйөүөнә, иғтибарына төрөнөп, ҡанат нығыта малайҙар. III синыфта белем алған Арыҫлан тхеквондо менән шөғөлләнә, әллә күпме миҙалдары ла бар. Ҡустыһы быйыл I синыфҡа уҡырға барған. Ул иһә бейеү менән мауыға, халыҡ музыка уйын ҡоралдары серҙәренә төшөнә. 

-Балаларыбыҙҙың күңелендә бәләкәйҙән үк туған телгә, мәҙәниәтебеҙгә һөйөү тәрбиәләргә тырышабыҙ. Бының өсөн, әлбиттә, иң тәүҙә үҙебеҙ өлгө күрһәтергә тейеш икәнебеҙҙе аңлайбыҙ, балалар  беҙҙе ҡабатлай бит ул. Ғөмүмән, үҙебеҙҙе ижади ғаилә, тип һанайбыҙ. Төрлө бәйгеләрҙә йыш ҡатнашабыҙ, һәр беребеҙ үҙенсә һәләтле, - ти Мөлөковтар. 

Еңел булмаған һөнәрҙәрҙең береһе - педагог һөнәрен һайлаған Мөлөковтар бәхетле йәшәүҙең серен бер-береңде аңлауҙа, һәр ваҡыт терәк-таяныс булыуҙа күрә.

Матур һәм татыу ғаиләне ҙур еңеүҙәре менән ҡотлайбыҙ! 

Сығанаҡ һәм фото: myseldon.com

Мөлөковтар — еңеүсе!
Мөлөковтар — еңеүсе!
Мөлөковтар — еңеүсе!
Мөлөковтар — еңеүсе!
Автор:Юлиә Кирәева
Читайте нас: