+17 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
24 Декабрь 2022, 14:25

Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә

Уҙып барған 2022 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Минең Рәми-90» төбәк-ара шиғриәт бәйгеһе мөһим ваҡиғаларҙың береһе булды. Конкурсты ойоштороусылар – Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды, Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән, Мәҙәниәт министрлыҡтары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы, «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы.

Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә

Бәйгелә 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар һәм өлкәндәр айырым көс һынашты. Уның тәүге турына 800-ҙән ашыу нәфис һүҙ оҫтаһы Рәми Ғарипов шиғыр­ҙарын яттан һөйләгән видеояҙмаларын ебәрҙе. Ойоштороусылар шулар­ҙың 250-һен һайлап алып, баһалама комиссияһына тапшыр­ған. Шунан балалар һәм өлкәндәр араһынан 15-әр кеше икенсе этапта ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. Был 30 бәйгесенең сығышы Башҡортостан юлдаш телевидениеһында күрһәтелде. Улар өсөн тауыш биреү барҙы. Шуныһы ла мәғлүм: ойоштороу­сылар конкурсанттарҙың төрлө төбәктәрҙән булыуын да күҙ уңында тотҡан, иң-иңдәрҙе төрлө райондарҙан һайлап алғандар. Ә өсөнсө этапҡа иң күп тауыш йыйған 18 бәйгесе – 9 бала һәм 9 өлкән кеше сыҡты. Әйтергә кәрәк, шиғырҙарҙы баш­ҡорт һәм урыҫ телдәрендә һөйләргә мөмкин ине.
Бәйгенең финалы Башҡорт те­ле көнөндә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында үтте. Бик тулҡынландырғыс, матур сара булды ул. Рәми Ғариповтың үҙе уҡыуында шиғыры яңғыраны. Баш­ҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең эске сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев, Рәми ижадын яратыусылар йыйылған залды сәләмләп, был проект дауамлы булыр, халыҡтың яратҡан шағир­ҙары ижады буйынса конкурстар­ҙы киләсәктә лә үткәреп торорға кәрәк, тип билдәләне.
Бына сәхнәгә финалсылар, баш ҡала сәхнәһен яулаусылар, Рәми һүҙен халыҡҡа еткерергә тырышыусы нәфис һүҙ оҫталары сыҡты. Бигерәк тә уҡыусылар, йәштәр һоҡландыра. Күптәренең исемдәре республикаға таныш. Бер нисәүһе тураһында «Йәншишмә» гәзите биттәрендә лә яҙып сығарғайныҡ. Балалар араһында бына кемдәр финалға сыҡты: Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика баш­ҡорт интернат-гимназияһынан Илназ Исхаҡов, Мәләүездәге Кинйә Арыҫланов исемендәге 9-сы баш­ҡорт гимназияһынан Самир Латипов һәм 3-сө гимназиянан Эльза Үмәр­ғәлина, Күгәрсен районынан Илүзә Ҡыҙрасова, Илештән Даяна Нурисламова, Салауат районы Әлкә мәктәбенән Рузанна Закирова, Архангел районы Ҡы­ҫынды ауылынан Нәркәс Ғайсарова, Миәкә районы Ҡаран-Ҡуңҡас ауылынан Азалина Сафиуллина, Хәйбулла районы Әбүбәкер ауылынан Әминә Билалова.
Тәүге турҙа бәйгеселәр Рә­ми Ғариповҡа арнап яҙылған шиғырҙарҙы һөй­ләне. Баһалама комиссияһы ағзалары – Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, Республика халыҡ ижады үҙәге директоры урынбаҫары Нәфисә Тулыбаева, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры Гөлназ Йосопова, «Шоңҡар» журналы баш мөхәррире Айгиз Баймөхәмәтов, «Йөрәк һүҙе» проекты авторы Наилә Сәфәр­ғолова һәр бәйгесенең сығышын баһалап, билдә ҡуйып ултырҙы. Иң ҙур баһа «бишле» ине.
Тамаша барышында яңы китап презентацияһы ла булды. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы әҙерләп сығарған «Туған тел. Родной язык» тип аталған был йыйынтыҡҡа Рәми Ғариповтың «Туған тел» шиғырының 45 телгә тәржемәһе ингән. Проект автор­ҙары – Лариса Абдуллина менән Белоруссиянан Светлана Быкова. Үҙенсәлекле ижади эштә илебеҙ һәм донъя төбәктәренән 54 ша­ғир, тәржемәсе ҡатнашҡан.
Шулай уҡ Рәми Ғариповтың ижады һәм тормош юлына арналған сайт асылыуы тураһында ла белеп һөйөндөк: https://ramigaripov.ru/ Бында шағирҙың ҡулъ­яҙмалары, тәржемәләре, уның тураһында иҫтәлектәр урын аласаҡ.
Финалдың икенсе турына эләгеүселәр Рәми Ғариповтың алдан бирелгән 8 шиғырының береһен ятларға тейеш ине. Сәхнәлә үк һайлап алдылар. Конкурста урыҫ телендә шиғыр һөйләгән ҡатнашыусы ла бар ине. Илештән III синыф уҡыусыһы Даяна Нурисламованың сығышы күптәрҙе һоҡландырғандыр, моғайын. Халыҡ шағирының әҫәре теләһә ниндәй телдә лә халыҡсан булып ҡалыуын иҫбатланы ҡыҙ.
1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы уҡыусылары Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл тулыуға арналған «Уҡ осошондай ғүмер балҡышы» тигән тамаша ҡуйғайны. Уны Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында ла шығырым тулы залға күрһәттеләр. Төп ролде Илназ Исхаҡов башҡарҙы һәм тамашасы уның уйнауын бик яратып ҡабул итте. Был егет актёр булыр, тип уйлағандыр күптәр. Әммә Илназ теүәл фәндәрҙе лә үҙ итә икән. Ниндәй һөнәр һайлаһа ла, барыбер һынатмаҫ! Рауил Бикбаевтың «Рәми Ғариповҡа» тигән һәм шағирҙың үҙенең «Бәйге» тигән шиғырҙарын бар күңелен биреп, йөрәге аша үткәреп һөйләне.
Бәләкәй генә булыуына ҡарамаҫтан, Мәләүездән Самир Латипов та тамашасыны һоҡландырҙы. Ысынлап та, нәфис һүҙ оҫтаһы икәнлеген танытты ул үҙен баш ҡала сәхнәһендә. Ошо ике бәйгесе «Минең Рәми – 90» төбәк-ара шиғриәт конкурсында I урынға һәм 70 мең һумлыҡ сертификатҡа лайыҡ булды.
Мәләүездән Эльза Үмәрғәлина менән Күгәрсендән Илүзә Ҡыҙрасова – II урында. Эльза – һәр яҡлап һәләтле, төрлө проекттарҙа ҡатнашыусы телһөйәр, илһөйәр ҡыҙ. «Башҡорт теленең артабан да үҫеүен, һәр милләттәшемдең уны үҙ теләге менән өйрәнеүен теләйем», – ти ул. Илүзә иһә быйыл Өфө фән һәм технологиялар университетына уҡырға ингән. Уны «Ҡош юлы. Балалар» проекты аша ла яҡшы беләбеҙ. Был ҡыҙҙар 50 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә булды. Өлкәндәр ара­һынан шундай уҡ бүләк уҡы­тыусылар – Бөрйәндән Рәғиҙә Истәкова менән Илештән Гүзәл Саҙретдиноваға бирелде.
III урында – Нәркәс Ғайсарова, Даяна Нурисламова, Азалина Сафиуллина. Өлкәндәр араһынан – Мәләүездән Тәнзилә Малаба­ева, Өфөнән Әҡлимә Билалова һәм Әбйәлил районынан Илгизәр Ҡудашев 30 мең һумлыҡ сертификат алды. Финалдың икенсе турына үтмәгән бәйгеселәр ҙә бүләкһеҙ ҡалманы. Ә Гран-приҙы Хәйбулланан Тимур Сынбулатов яуланы. Уның ике сығышына ла баһалама комиссияһы ағзалары «бишле» ҡуйҙы.
«Минең Рәми – 90» төбәк-ара шиғриәт бәйгеһенең финалы тамам. Ул Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының Баш­ҡортостан Башлығы грантына үткәрелде. Киләһе йылда ошондай шиғриәт бәйгеһенең дауам ителеүен теләйбеҙ. Ул кемдең ижады буйынса ойошторолор икән? Шуны тиҙерәк белге килә.

Эльвира ӘСӘҘУЛЛИНА.

Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Исеме – беҙҙең йөрәктәрҙә
Автор:"Йәншишмә" гәзите
Читайте нас: