+18 °С
Ясна
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
31 Декабрь 2022, 10:40

Алты йәштән ариялар йырлай

Уңыш - 1 процент талант һәм 99 процент хеҙмәттән, тиһәләр ҙә, был барыһына ла тура килмәйҙер ул, эйе бит?

Алты йәштән ариялар йырлай
Алты йәштән ариялар йырлай

Йырсыларға, мәҫәлән. Тауышыңда моң бар йә юҡ, тигәндәй. Быйылғы «Сулпылар» республика телевизион йыр конкурсында Гран-при алған Айлина Ҡәйүмованың йырлағанын тыңлағас, әлеге фекер нығына ғына. Тыумыштан бирелгән был балаға йыр һәләте һәм моңға һөйөү. Талантлы артист, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әлим Ҡәйүмовтың ҡыҙы бит ул!
«Сулпылар»ҙың тәүге турында Рим Хәсәновтың «Әсәйемә» тигән йырын башҡарып, баһалама комиссияһын һоҡландырҙы. Икенсе турға башҡорт халыҡ йыры «Дошман ҡырҙы Салауат»ты тәҡдим итте. Ә финалда Урал Иҙелбаевтың «Моңло ҡурай» тигән йырын башҡарҙы. «Сулпылар»ҙың һәр сығарылышын күҙәтеп барған телевизор ҡараусылар, Гран-приҙы ошо ҡыҙ яулар, тип фаразлағандыр әле. Айлина үҙе лә алдына, еңергә, тигән маҡсат ҡуя.
Ҡыҙ балалар баҡсаһына йөрөгән сағынан төрлө концерт, конкурстарҙа ҡатнаша башлай. «Баш ҡала йондоҙсоҡтары», «Тамсылар» йыр бәйгеләрендә, «Илһам» нәфис һүҙ оҫталары конкурсында I, II урындар яулай. «Тамыр» йыр студияһында шөғөлләнә. «Бишек йыры–2020» бәйгеһендә лауреат була. Бәләкәй генә йырсының операларҙан арияларҙы ла башҡарыуына аптырарлыҡ. Атаһы үҙенең партияларын өйрәнгәндә Айлина уның йырҙарын алдан уҡ ятлап алып, йырлап йөрөй. Кескәй Айлина француз, итальян телдәрендә булһынмы, уларҙы тиҙ генә отоп ала һала. Шунан атаһы кеүек ул да йырлап йөрөй. 2019 йылдан үҙе лә Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Балалар студияһында шөғөлләнә. 5 йәшенән башҡа балалар менән бергә спектаклдәрҙә лә уйнай башлай. Мәҫәлән, «Дон Кихот» операһында Дульсинеяның ҡыҙын, «Садко»ла крәҫтиән ҡыҙы һәм балыҡ булып уйнай, «Һағыш» һәм «Кармен» операһында күмәк сәхнәләрҙә йырлай... Бәләкәй генә көйө операларҙа йырлап йөрө әле!

Йыр-моң донъяһына мөкиббән ғашиҡ ҡыҙ ул. Хатта урамда ла йырлап ебәргән осраҡтары бар. Ә эргәһенә йыйылып киткән халыҡ һәләтле йырсыны рәхәтләнеп тыңлап тора, хуплай, маҡтай. Ҡыҙ Өфө сәнғәт училищеһы ҡарамағындағы музыка мәктәбендә вокал һәм фортепиано синыфтарында шөғөлләнә. Музыкаға һәләтле ҡыҙ ҡатмарлы көйҙәрҙе лә нотаға ҡарамай сығарып уйнай ала.
Айлина Өфөнөң 21-се лицейында яҡшы билдәләргә генә уҡый. Кешеләр менән тиҙ генә уртаҡ тел таба, ярҙамсыл, ихлас күңелле ҡыҙ. Һүрәт төшөрөргә, төрлө әкиәттәр, шиғырҙар уйлап сығарырға ла оҫта ул, төрлө тәмлекәстәр бешерергә лә ярата.
Әле Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Яңы йыл концерттарында ҡатнаша. Алма ағасынан алыҫ төшмәй, тигәндәй, атаһына оҡшап, йыр сәнғәтен үҫтереүгә үҙ өлөшөн индерер, шәп йырсы булыр әле. Күҙ теймәһен!

Алты йәштән ариялар йырлай
Алты йәштән ариялар йырлай
Алты йәштән ариялар йырлай
Алты йәштән ариялар йырлай
Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: