+24 °С
Болотло
TelegramVKOK
Бөтә яңылыҡтар
Бәйгеләр
10 Ғинуар 2023, 11:06

Шиғыр яҙаһығыҙмы? Был конкурс һеҙҙең өсөн!

Республикала Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылы айҡанлы һәм "Атайсал" проекты буйынса ижади бәйге иғлан ителде.

Шиғыр яҙаһығыҙмы? Был конкурс һеҙҙең өсөн!
Шиғыр яҙаһығыҙмы? Был конкурс һеҙҙең өсөн!

Унда балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡатнаша ала. "Атайсал" тип аталған был конкурсҡа ебәрелгән эштәр төрлө йәш төркөмдәре буйынса айырым баһаланасаҡ. Тыуған ерегеҙ, йәғни кесе ватанығыҙ тураһында ижад иткән шиғырығыҙҙа "атайсал" һүҙен ҡулланырға кәрәк. Кем ойоштора, ижад емештәрен ҡайҙа, ниндәй формала ебәрергә - конкурс тураһында ентекле мәғлүмәт менән положениела танышығыҙ. Шуныһына иғтибар итегеҙ: шиғырҙар 10 ғинуарҙан 6 февралгә тиклем генә ҡабул ителә. Ә йомғаҡ ошо йылдың 28 февралендә яһаласаҡ. 

Бәйгелә ҡатнашыусыларға сертификат биреләсәк. Һәр йәш төркөмөндә еңеүсе һәм призерҙар билдәләнеп, дипломдар һәм матур бүләктәр тапшырыласаҡ. 

Шиғырҙар яҙаһығыҙмы? Конкурсҡа рәхим итегеҙ!

Фото: sun2.ufanet.

Автор:Эльвира Әсәҙуллина
Читайте нас: